Башҡорт фольклор: традиционные жанры и исполнители
22-09-2020
Башҡорт фольклоры — башҡорт халҡының хеҙмәт, йола һәм көнкүреш йырҙары, әкиәт, легенда-риүәйәт, ҡобайыр һ.б. бихисап жанрҙарҙы тәшкил итеүсе халыҡ ижады.
Башҡорт фольклоры быуаттар һуҙымында барлыҡҡа килеп, быуындан быуынға тапшырыла килгән. Уны ижад итеүселәр һәм халыҡҡа еткереүселәр — сәсәндәр, йырауҙар, халыҡ йырсылары һ.б. булған.
Фольклорҙың төп үҙенсәлектәре булып уның импровизация рәүешендә ижад ителеүе, телдән-телгә күсеп йөрөүе, коллектив рәүештә башҡарылыуы, күп вариантлы булыуы һанала.
Башҡорт фольклорының төп жанрҙары: ҡобайыр, әкиәт, көләмәс, мәҫәл, лаҡап, риүәйәт, легенда, мәҡәл, әйтем, йомаҡ һ.б.
Башҡорттарҙа йыр фольклоры айырыуса бай. Шаян йырҙар, бейеү һәм уйын йырҙары һәр төрлө ял итеү һәм күңел асыу кисәләрен оҙата барған.
Башҡорт фольклорында шулай уҡ таҡмаҡтар һәм бәйеттәр киң таралған. Бәйеттәр башлыса фажиғәле ваҡиғаларға бағышлап сығарылған. Шундай бәйеттәрҙең береһе булған «Саҡ менән Суҡ» әҫәрендә әсә ҡарғышына дусар ителгән ике туған тураһында бәйән ителә.
Эпос –ҙур күләмле ҡобайыр.Ҡобайыр-ҡоба йыры . Ҡоба йыры –дан йыры тигәнде аңлата.Тимәк, ҡобайырҙарҙа нимәгәлер дан йырлана.
Урал-батыр, Аҡбуҙат, Ҡуңыр буға, Заятүләк менән Һыуһылыу, Ай һәм Зөһрә, Ҡара юрға
Ҡобайыр — теге йәки был ижтимағи, әхлаҡи күренешкә халыҡсан баһа биреүсе поэтик монолог. .Ул боронғо башҡорт поэзияһының универсаль жанры. Шиғыр формаһы булараҡ, "Урал батыр", "Аҡбуҙат" кеүек поэмаларҙы хеҙмәтләндергән. Халыҡтың тормош тураһындағы фәлсәфәһе был жанрҙа айырыуса яҡшы күренә.Йәшәүҙең мәғәнәһе тураһында, ир- егеттең Тыуған илгә ниндәй мөнәсәбәттә булырға тейешлелеге хаҡында ҡобайыр тәрән фекерҙәр менән һәм юғары хистәр менән һүрәтләп бирә.
#всемирныйкурултайбашкир #сургут #башҡортостан #башкирскийисторикокультурныйцентр #ҡоролтай #хмаоюгра #дднрб #рцнтрб #башҡорттеле #башҡорттар #домдружбынародоврб #уфа #башкирысургута #хмаобашкорттар
Источник: https://vk.com/club63030982?w=wall-63030982_2033
Автономия Башкирского СУРГУТА. Sorғot Bashҡorttari Av
Источник: https://vk.com/club63030982?w=wall-63030982_2033
Автономия Башкирского СУРГУТА. Sorғot Bashҡorttari Av